Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Ғинуар 2022, 15:00

Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!

Һәр изге башланғысты дәррәү күтәреп алған солтанбәктәр бөгөн ҡышҡы өмәгә сығып, йорт алдарын, урамдарҙы ҡарҙан таҙартты. #АйыҡауылСолтанбәк2021 #ТрезвоеселоСултанбеково2021 #снежныйсубботникРБ  

Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!

 

Республика ҡалаларында һәм райондарында үткән ҡышҡы акцияға һәр изге башланғысты дәррәү күтәреп алған солтанбәктәр ҙә ихлас ҡушылды. Һәр ғаилә балалары менән бергәләп үҙ йорт алдарын ҡарҙан таҙартты. Артабан бергә йыйылышып, уйнап та алды.

«Беҙҙең Солтанбәк ауылында ҡыш көндәрендә һәр саҡ урамдар, тыҡрыҡтар ҡарҙан таҙартылып тора. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»нда ҡатнашып алған трактор бик ҙур ярҙам булып тора. Ауыл ерендә бик тә кәрәк булған тимер атты йүгәнләгән Рәүзәт Хафизйәнов иртә менән урамдарҙы таҙартып сыға. Унан инде һәр кем йорт алдарын таҙартып ҡуя. Беҙҙә халыҡ уңған, тәртип ярата.

Бына бөгөн дә ҡышҡы акцияға ихлас ҡушылдылар. Өмә тамамланыуға йорт алдыбыҙҙа сәй табыны ҡороп, балаларға байрам эшләнек. Тормош иптәшем Данис Суфиянов балаларҙы ҡаргиҙгестә лә йөрөтөп, ҡыуандырҙы. Бер юлы файҙалы эш тә эшләнек, күңелле ял да иттек. Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән бүлеште “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, ошо эштәрҙе ойоштороусы әүҙем ҡатын-ҡыҙ Ләйсән Марат ҡыҙы Суфиянова.

 

Шундай әүҙем, өлгөр, һәр нәмәнән яҡшылыҡ һәм матурлыҡ күреп, башҡаларға ла изгелек өләшеүсе Суфияновтар ғаиләләренә һәм уларға ҡушылыусы барлыҡ ғаиләләргә тик рәхмәт белдерәбеҙ. Афарин, солтанбәктәр!

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-комуналь хужалыҡ министрлығы белдереүенсә, был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Сараны сағылдырған фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә #снежныйсубботникРБ хештегын ҡуйып бүлешергә мөмкин.

Ҡышҡы өмәгә Яңы йыл каникулдарынан һуң йомғаҡ яһаласаҡ.

Наилә Имаева.

 

Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Солтанбәктәр өмәгә сыҡты!
Читайте нас: