Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Ғинуар 2022, 21:50

Байрам бүләк иттеләр

Балтас районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәге белгестәре район биләмәһендә йәшәүсе үҙенсәлекле балаларҙы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә өйҙәренә барып ҡотланы.

Байрам бүләк иттеләр
Байрам бүләк иттеләр

Быйыл Яңы йыл иртәлектәренә бара алмаған балаларға байрам уларҙың өйҙәренә килде! Шатлыҡлы Яңы йыл кәйефе һәм ыңғай тәьҫораттар алыуҙан тыш, һәр балаға Яңы йыл бүләге тапшырылды. Барыһы ла Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килеүенә бик шат ине. Балалар шиғыр һөйләп, йырҙар йырланы.

Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ҡотлауы көтөлмәгән бүләк булды, бик күп күңелле тәьҫораттар һәм Яңы 2022 йылда уңыштарға, бәхеткә өмөт ҡалдырҙы.

Гөлназ Ғәлләмова.

Читайте нас: