Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Ғинуар 2022, 13:45

Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар

Солтанбәк ауылында йәшәүсе бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар.  

Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар
Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Хәҙер инде улар ҡарт ҡартай, ҡарт өләсәй - ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый-саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй

Яңы йыл алдынан Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов ауыл Советы депутаты Азат Әхәт улы Рәхимйәнов менән бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән хеҙмәт ветерандары Нәжибә апай Мәрбиева, Валинур ағай Суфиянов һәм Әҡсән ағай Хәбибуллинды ҡотлап, “Һуғыш балалары ” миҙалын һәм күстәнәстәр тапшырҙы.

Күпте күргән, күпте кисергән апай һәм ағайҙар, етәкселәргә яуап итеп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалды.

Наилә Имаева.

Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар
Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар
Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар
Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар
Хеҙмәт ветерандарын ҡотланылар
Читайте нас: