Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Декабрь 2021, 10:01

Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ

Яңы йыл алдынан  район Советы депутаты   кескәйҙәргә  күстәнәстәр таратты.  

Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ

 

Яңы йыл мөғжизәләргә бай байрам. Айырыуса уны кескәйҙәр көтөп ала. Урмияҙ ауылының “Йәйғор”, Иҫке Күскилде ауылының “Тамсыҡай” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм Үтәш ауылы балалары йылдағыса район Советы депутаты  Раил Рәзиф улы Тажетдинов ҡулынан Яңы йыл кулектары  алып ҡыуанды. 

Раил Рәзиф улы  Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин менән бергә балалар баҡсаларына барып, тәрбиәселәрҙе һәм балаларҙы яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Наилә Имаева.

Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ
Читайте нас: