Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Декабрь 2021, 08:10

Байрам кәйефе тыуҙырыусылар

Борайҙың үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Бирелә боҙ ҡаласығын төҙөү тулы көсөнә бара.

Байрам  кәйефе тыуҙырыусылар
Байрам кәйефе тыуҙырыусылар

Яңы йыл яҡынлаша. Район үҙәгенең ойошма, предприятиелары тирәһендә иртә-кисен уттар балҡый. Ҡарҙан һәм боҙҙан әкиәт геройҙары, йыл символы һындары ҡалҡып сыҡты. Ҡатлаулы эпидемиологик хәл булыуға ҡарамаҫтан, балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә Яңы йылдан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Әкиәттәгеләй боҙ ҡаласыҡтары, ҡар тауҙары һәм биҙәлгән шыршылар ҙа шуның бер өлөшө бит.

Барынан да бигерәк Борайҙың үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Бирелә боҙ ҡаласығын төҙөү тулы көсөнә бара. Был матурлыҡ иһә беҙҙең район ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаҡ ижад емеше.

— Беҙ шыршыны инде уҙған аҙнала уҡ баҫтырҙыҡ, уны гирляндалар элеп, матурлап, утҡа тоташтырҙыҡ. Барыһы ла эшен теүәл башҡара. Эш иртә таңдан кискә тиклем бара, был, әлбиттә, һауа торошо уңайлы булғанда боҙ ҡаласығын ваҡытында теүәлләү өсөн мөһим. Рәссамдар һәм эшселәр боҙ фигураларын киҫә, балалар яратҡан лабиринттарҙы һәм башҡа элементтарҙы төҙөкләндерә, яҡтылыҡты монтажлай. Һындарҙың, башҡа элементтарҙың конструкцияһы ныҡлы булһын өсөн һауа торошо шарттарына яраҡлашырға, боҙҙоң ҡалынлығын кәметергә тура килә. Һындар дизайны йыл да үҙенә башҡа, үҙенсәлекле була, яңы төрҙәрен дә өҫтәп торабыҙ. Эш күп, барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Барыбыҙ ҙа уртаҡ маҡсат менән берләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, — ти бөтә эштең уртаһында ҡайнаусы Тимерхан Хәжетдинов.

Тимерхан ағай  — “БуРай” учреждениеһы мастеры. Бына өс йыл рәттән ул үҙәк майҙандағы боҙ ҡаласығы өсөн яуаплы. Ҡайҙа ҡайһы фигура, ниндәй элемент, арт-объект торасағын билдәләй. Тимерхан Зәки улы — боҙ ҡаласығы дизайнеры.

Оҙаҡламай күҙ яуын алырҙай фигуралар район үҙәгендә йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы һөйөндөрөр. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында ла оноторға ярамай.

Зәһинә Ибатуллина.

Байрам  кәйефе тыуҙырыусылар
Байрам  кәйефе тыуҙырыусылар
Байрам кәйефе тыуҙырыусылар
Читайте нас: