

Яңы йыл алдынан һәр кем ғәҙәти булмаған, ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм, моғайын, был байрамда үҙенсәлекле күренгеһе киләлер. Матур итеп кейенергә һәм сәс тәрбиәләү буйынса оҫталыҡ дәресен парикмахер Миләүшә Камил ҡыҙы үткәрҙе. Ысынлап та, сәстәр ҡатын-ҡыҙҙың һәм ир-егеттең тышҡы ҡиәфәтендә мөһим элемент булып тора, биҙәүестән тыш, улар кешенең сәләмәтлек күрһәткесе лә. Баш тиреһенең һәм сәстең торошо күп нәмә тураһында һөйләй. Бында тәрбиәләүҙә хаталар яһамау һәм үҙ организмына килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итеү үтә мөһим.
Стилист сәстәрҙе тәрбиәләү, был өлкәлә ҡулланылған яңы технологиялар, сәстәрҙе системалы тәрбиәләүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ҡунаҡтар сәс һалыуҙың ҡыҙыҡлы тарихи факттары менән танышты, мини-викториналарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, 2021 йылда ниндәй прическа модала хаҡында белде, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Гөлназ Ғәлләмова.