

Быйыл 100 педагог 690 мең һум алды, 2022 йылда уларҙың һанын ике тапҡыр арттырырға планлаштырыла. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта сертификаттар тапшырыу тантанаһында белдерҙе. Грант алыусылар араһында Ҡариҙел районы уҡытыусылары ла бар. Улар - Эльвира Әхмәтова (Урғыш мәктәбе), Гөлшат Шаматова һәм Эльвина Сәйетғәлина (Ҡариҙел 1-се урта мәктәбе).
Еңеүселерҙе грант алыуҙары менән ҡотлайбыҙ, уларға яңы һөнәри үрҙәрҙе яулауҙарын, идеяларын һәм пландарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын теләйбеҙ.
Люция Карамова.