

Был элемтә бүлеген Гүзәл Мөғлөтдинова етәкләй. Уның менән бергә Алена Алеева Сәбек, Октябрьский ауылдарына гәзит-журналдар тарата.
Яңы Йәнсәйет ауылы халҡы беҙҙе йылы ҡабул итте. Журналистар һәм почта начальнигы, үҙе үк ошо ауылдың почтальоны Гүзәл Мөғлөтдинова өйҙәр буйлап йөрөнө.
– Мин эшемде яратып башҡарам. Ауылдаштарым гәзит-журналдарҙы уҡый, быйыл “Йәнтөйәк”кә лә яҙылыусылар булды, - тип һөйләй ул.
Был көндө 15 кеше, үҙҙәренең теләктәрен әйтә-әйтә “Караидел хәбәрләре” менән “Йәнтөйәк” гәзиттәренә яҙылды.
Люция Карамова.