Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
27 Сентябрь 2021, 09:35

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Ҡыйғаҙытамаҡтар   үҙ көстәре  менән мәсеткә ҡойо ҡаҙыны.

Күмәкләгән яу ҡайтарғанКүмәкләгән яу ҡайтарған
Күмәкләгән яу ҡайтарған

Ҡыйғаҙытамаҡтар   үҙ көстәре  менән мәсеткә ҡойо ҡаҙыны

Йәшәгән ерҙәрен тәртиптә тотоп, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өмәләрен үткәреүҙе матур йолаға әйләндергән Ҡыйғаҙытамаҡ  ауылы халҡы сираттағы эште лә дәррәү башҡарҙы. Был юлы ауыл халҡы бергәләп мәсеткә ҡойо ҡаҙыны.

 

 Бәләкәй генә ауылда урындағы халыҡ  ҙур эштәр башҡара. Әйткәндәй, был уларҙың бергә атҡарып сыҡҡан беренсе генә эше түгел. Быға тиклем ике шишмәне таҙартҡандар, өмәләр яһап, зыяратты  ла тәртиптә тоталар. 

“Мәсеткә ҡойо ҡаҙытыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, сөнки һыуҙы бирегә шишмәнән ташыйбыҙ. Быйыл мәсетебеҙҙә генә һигеҙ ҡорбанлыҡ булды, Аллаға шөкөр. Уйлап ҡарағыҙ, һигеҙ ҡорбанлыҡ, ә күпме һыу ташырға кәрәк! Барыбыҙ ҙа оло йәштәбеҙ. Аллаға шөкөр,  бер аҙна эсендә ҡойо ҡаҙып ҡуйҙыҡ, —  ти эште  ойоштороусыларҙың береһе Гүзәлиә Кәримова. —  Ауылдаштарыбыҙға рәхмәт, тиҙ арала кәрәкле сумма йыйып, кем ҡул көсө, кем транспорт менән ярҙам итте. Ҡойо ҡаҙығанда Хөсәйеновтар ғаиләһе ҙур ярҙам күрһәтте. Мөхәммәт үҙе ҡойо ҡаҙыусылар тапты, эштең уртаһында ҡайнаны, улдары Алмаз үҙ техникаһы менән ярҙам итте. Шулай уҡ ауыл старостаһы Мөнир Кәримов, мәсет имамы Рузил хәҙрәт, Ғаян Ғафаров, Земфир, Ринат, Ришат Зәйҙуллиндар, Рәүеф Бикмөхәмәтов, Фәғил Ғәтиәтов, Тимерхан Сабиров, Ғәҡиф Хәтмуллин, Фәнит Мостафин, Радик Әсмәндийәров, Ғәзим Сафаров һәм башҡа ауылдаштарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Аш-һыу  әҙерләүсе  ҡатын-ҡыҙҙар ҙа маҡтауға лайыҡ.

Ҡойо һыуын тәмләү сараһы йома көн мәсеттә уҙғарылды. Ир-егеттәр бергәләп намаҙ уҡығандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар ҡойо һыуы менән йома сәйен ойошторҙо, ярҙам күрһәткән ауылдаштарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Ҡойобоҙҙоң һыуы бигерәк тәмле, йомшаҡ, оҙон-оҙаҡ йылдар ауылдаштарыбыҙ менән шатланып эсергә яҙһын. Мәсетебеҙ тормошона битараф булмаған, беҙҙе ойоштороп, алдан йөрөүсе Гүзәлиә ханыма ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт. Гел шулай берҙәм булайыҡ, алда әле башҡараһы  эштәр күп,  —  ти ауыл старостаһы Мөнир Кәримов.

Изге юлда йөрөүсе Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы уҙамандарына һоҡланмайса мөмкин түгел.

Лилиә Хәсәнова.

Күмәкләгән яу ҡайтарған
Күмәкләгән яу ҡайтарған
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас