Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Июль 2021, 15:14

Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә

Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, тип белдерҙеләр кесаҙна Башстат кәңәшмәһендә.

Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә
Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә
Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә
Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1-30 августа Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола.

«Республикала 800-ҙән ашыу ауыл хужалығы ойошмаһын, 4 мең крәҫтиән-фермер хужалығын һәм шәхси хужалыҡты, бынан тыш, 2,4 меңгә яҡын баҡсасылыҡ ширҡәтен һәм 677 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡты яҙып алырға кәрәк», — тине Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары Илдар Заһиҙуллин.

Ошо иҫәп алыу барышында ауыл хужалығы тармағында мәшғүлдәр һаны, ер участкалары һәм уларҙы файҙаланыу, ауыл хужалығы культуралары һәм күп йыллыҡ үҫентеләр майҙандары тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә. Шулай уҡ мал һаны иҫәпкә алынырға тейеш.  

1 августан 16-һына тиклем ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары электрон төрҙәге тикшереү бланктарын үҙ аллы тултыра.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ – быйыл декабрҙә, ә тулыһынса 2022 йылдың аҙағында яһала.

 

https://www.bashinform.ru/news/1621313-dlya-provedeniya-selkhozperepisi-v-bashkirii-privlekut-bolee-1-8-tysyachi-chelovek/  

Галина Бахшиева
Фото: Валерий Шахов
Автор:
Читайте нас: