Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Июль 2021, 18:10

Чемпиондар тәрбиәләүсе тренерҙы иҫкә алдылар

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә бөгөн Ҡарткиҫәк мәктәбе музейында күренекле яҡташыбыҙ, СССР-ҙың самбо буйынса спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының самбо буйынса күп тапҡыр чемпионы, республикабыҙҙың иң яҡшы тренеры Суфый Әхмәтзыя улы Шәйәхмәтовтың тыуыуына 70 йыл тулыу уңайынан илһөйәрлек менән һуғарылған бик фәһемле сара үтте. Мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәп музейын етәкләүсе рухлы, әүҙем ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина әҙерләп  үткәргән сара тураһында тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:  

Чемпиондар тәрбиәләүсе  тренерҙы иҫкә алдылар
Чемпиондар тәрбиәләүсе тренерҙы иҫкә алдылар

Чемпиондар тәрбиәләүсе һәм үҙе лә күп тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булған тренерҙы иҫкә алырға тип осрашыуға Суфый Шәйәхмәтовтың тормош иптәше Зинира Кашафетдин ҡыҙы, ҡыҙы Алия, кейәүе Алексей, ейәне Оскар, һеңлеләре Рәбиғә, Рәмилә, Рәфисә, апаһы Зилә, шулай уҡ күренекле тренерҙың тәрбиәләнеүселәре – Рәсәй Федерацияһының ҡул көрәше буйынса спорт мастеры, 2020 йылда самбо буйынса спорт мастерҙары араһында үткән донъя чемпионатында бронза миҙал яулаусы, хәрби-спорт бергә-бер көрәше буйынса Рәсәй чемпионы, Асҡын ауылында “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Нурмөхәмәтов, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренеры, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе Йәүхәт Шәйәхмәтов, Ҡарткиҫәк мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, республика ат сабыштарында призлы урындар яулаусы, саңғы, еңел атлетика һәм башҡа спорт ярыштарында район чемпиондарын әҙерләүсе Вадим Харисов, шулай уҡ Суфый Шәйәхмәтовты белгән ауылдаштар, уҡытыусылар килгәйне. Уларҙың һәр береһе сығыш яһап, Суфый Шәйәхмәтовтың үҙ эшенең оҫтаһы булған тренер, яҡшы, ярҙамсыл, киң күңелле кеше, хәстәрлекле атай, ышаныслы тормош юлдашы булыуы менән бергә талантлы рәссам һәм ағас эше оҫтаһы булғанын да билдәләй. Йәүхәт Раил улы иһә гармунын алып, Суфый Әхмәтзыя улы яратып йырлаған йырҙарҙы башҡарып, күптәрҙең күңелдәрен йомшартып, хисләндерә.

Сараға йыйылыусыларҙы Ҡарткиҫәк ауылы биләмәһе башлығы Ринат Хәкимйән улы Миңлемөхәмәтов сәләмләй һәм ауылдың социаль-иҡтисади хәле менән ҡыҫҡаса таныштыра. Ауылды төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр, төрлө республика сараларында әүҙем ҡатнашыуҙары тураһында ла әйтеп үтә.

Мәктәп директоры Лилиә Аснаф ҡыҙының сығышы ла бик фәһемле була ҡунаҡтар өсөн. Уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың уңыштары тураһында ла ғорурланып һөйләй. Оҙаҡ йылдар музейҙы етәкләп, уны даими тулыландырып, ошо сараны әҙерләп үткәреүсе Фәнирә Мәүли ҡыҙына рәхмәт белдерә Лилиә Аснаф ҡыҙы.

Артабан һүҙ алыусы Фәнирә Мәүли ҡыҙы музей менән таныштырып, бик бай мәғлүмәт еткерә. Суфый Әхмәтзыя улының тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында һөйләп, уға бағышлап эшләнгән стенд, альбомдарҙы күрһәтеп, уның уңыштарын барлай.

Сараға килеүселәр ҙә тәьҫораттары менән бүлешеп, ойоштороусыларға рәхмәт белдерә. Өфөлә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләүсе Фидания Тәфкил ҡыҙы Әхмәтйәнова ла осрашыуға килә. Ул да ауыл, мәктәп, уҡытыусылар менән ғорурланыуын белдереп, рухланып, ҡыуанып һөйләй.

 

Ҡарткиҫәк ауылы халҡы хаҡлы рәүештә Суфый Шәйәхмәтов менән ғорурлана. Сөнки нәҡ уның ярҙамы һәм хәстәрлеге менән күптәр үҙҙәренең тормошон спорт менән бәйләп, ҙур уңыштарға ирешә. Ҡарткиҫәк ауылы - спорт һөйөүсе ауыл. Яңы тәпәй киткән баланан алып, аяғында йөрөгән ололарға тиклем ҡышын саңғыға баҫып, сәләмәт йәшәү рәүешен күрһәтә ҡарткиҫәктәр. Мәктәп уҡыусылары йылдың йылында районда спорт ярыштарында беренселекте бирмәй. Ҡарткиҫәктәрҙең спортты үҙ итеүендә, әлбиттә, Суфый Шәйәхмәтовтың роле ҙур. Күренекле тренерҙың изге эштәрен, матур башланғыстарын киләсәктә лә йәш быуын лайыҡлы дауам итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Башҡорт тарихы йылында шулай тарихыбыҙҙы барлап, күренекле шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәт йыйып, уларҙы иҫкә алыу - бик лайыҡлы, матур, изге эш. Афарин, ҡарткиҫәктәр!

Наилә Имаева.

 

 

Читайте нас: