Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Июль 2021, 12:24

Тауарҙы экспортҡа сығарыу ҡыйын түгел

Эшҡыуар Азалия Ғимаеваға “Башҡортостан продукты” проекты дипломы тапшырылды.

Тауарҙы экспортҡа сығарыу ҡыйын түгел
Тауарҙы экспортҡа сығарыу ҡыйын түгел

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларға Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге, Үҫеш корпорацияһы, “Башҡортостан продукты” проекты вәкилдәре килгән.

Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Гөлнара Кашаева менән берлектә эш төркөмө бер нисә предприятиены ҡарап сыҡҡан. Улар – “Прогресс+”, “Дүртөйлө ит комбинаты”, ”Әсән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “Нарат” транспорт-төҙөлөш компанияһы, шәхси эшҡыуар Азалия Ғимаеваның предприятиеһы. Мәғлүм булыуынса, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Белгестәр етештереү биналарында булған, сығарылған продукция менән танышҡан, консультатив ярҙам күрһәткән. Эшҡыуар Азалия Ғимаеваға “Башҡортостан продукты” проекты дипломы тапшырылған. Ул икмәк, кондитер ризыҡтары, торт бешерә.

“Проектыбыҙҙың маҡсаты һәм бурысы ябай. Беҙ экспорт йүнәлешендәге предприятиеларҙы асыҡлау өсөн Башҡортостандың райондарына юлланабыҙ. Артабан был предприятиеларҙы тышҡы баҙарға сығарыу, уларҙағы етештереү күләмен арттырыу, компанияларҙы киңәйтеү – төп маҡсат. Тауарҙы экспортҡа сығарыу ҡыйын түгел. Был йәһәттән ярҙам итәбеҙ”, – тине Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры урынбаҫары Николай Бабкин.

 

 

Фото: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Тауарҙы экспортҡа сығарыу ҡыйын түгел
Тауарҙы экспортҡа сығарыу ҡыйын түгел
Автор:
Читайте нас: