Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Июль 2021, 17:38

Ике меңдән ашыу экобокс ҡуйылды

"Bumma box" экопроекты нигеҙендә экобокстар урынлаштырыу эше Өфө ҡалаһында ла бара.

Ике меңдән ашыу экобокс ҡуйылды
Ике меңдән ашыу экобокс ҡуйылды

Ил буйынса тормошҡа ашырылған "Bumma box" экопроекты нигеҙендә экобокстар урынлаштырыу эше Өфө ҡалаһында ла бара.

Ә Рәсәй төбәктәрен дөйөм алғанда, был ҡоролмаларҙың иҫәбе - ике меңдән ашыу. Уларҙың һәр береһенә ай һайын утыҙ килограмм самаһы макулатура йыйыла.

Был башланғыс ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы киң йәйелдереү, халыҡ араһында экологик мәҙәниәт формалаштырыу маҡсатын күҙ уңында тота. 2019 йылдан проект командаһы йорттар подъезына макулатура йыйыу өсөн махсус йәшниктәр ҡуйыу менән мәшғүл. Ике йыл элек Ҡазанда башланған был эш бөгөн Өфө, Ижевск, Воронеж, Екатеринбург, Сочи, Түбәнге Новгород ҡалаларында ла алып барыла.

"Бокстар ай һайын күберәк тулылана. Тимәк, макулатураны башҡа ҡалдыҡтарҙан айырым йыйыу мөһимлеген кешеләр күңеленә нығыраҡ һеңдерә бара. Йыйылған бар ҡағыҙҙар артабан эшкәртеү өсөн заводтарға тапшырыласаҡ", - ти экопроектты ойоштороусылар.

Билдәле булыуынса, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Экология" милли проектының төп йүнәлеше. Әлеге проектты илдә киләсәктә киң йәйелдереү планлаштырыла.

Фото: green-project.fsc.ru

#ВладимирПутин 

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Ике меңдән ашыу экобокс ҡуйылды
Ике меңдән ашыу экобокс ҡуйылды
Автор:
Читайте нас: