Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Июнь 2021, 23:20

Милли рух бөркөлөп торҙо

Һабантуйға Өфөнән килеүсе Гөлгөнә һәм Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтар ойошторған күргәҙмә-һатыу эргәһенән дә көн оҙоно кеше өҙөлмәне. Бирегә ҡубыҙ йәки ҡурай алырға килгән һәр кемгә билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов урында оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе.Тулыраҡ сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ.

Бөгөн Һабантуй байрамында «Оҫталар ҡаласығы»нда Өфөнән килеүсе Гөлгөнә һәм Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтар ойошторған күргәҙмә-һатыуҙа милли биҙәүестәр, музыка ҡоралдарынан – ҡурай, ҡумыҙ һәм милли орнаментлы футболкалар, галстуктар һатып алырға мөмкин ине. Шуға ла иртә менән Зәйнетдиновтар эргәһенән кеше өҙөлмәне: кемдер биҙәүестәр һайланы, кемдер ҡубыҙ алды, хатта уйнарға ла өйрәнде.
Мәҫәлән, Көнгәк ауылынан килеүсе Рафаил ағай Сабитов үҙе лә ҡубыҙ эшләү менән мауыға икән. Бөгөн виртуоз ҡубыҙсы менән осрашып, аралашып, был уйын ҡоралында уйнау серҙәренә лә төшөндө, үҙенә оҫталығын камиллаштырыр өсөн ҡумтаһы менән ҡубыҙ ҙа һатып алды. «Беҙҙең ауылда «Йәдкәр» фольклор коллективы бик матур эшләп килә. Улар минән бер нисә йыл элек ҡубыҙ эшләп бирергә һорағайны. Шунан мин был шөғөлгә тотондом. Бына әле тағы ла ҡулымды шымартыр өсөн ҡубыҙ һатып та алдым. Уға ҡарап та эшләргә иҫәп бар», - тине Рафаил Камил улы.
Солтанбәк ауылынан килеүсе Роза апай Рәхимйәнова ла ҡубыҙ һатып алып, оҫтанан уйнау серҙәренә өйрәнде. Роза апай ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән “”Ауылым моңдары” һәм “Умырзая” ансамблдәрендә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Йыр-моңға ғашиҡ ағинәйҙән башҡа ауылда бер генә сара ла үтмәй, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Роза апай киләсәктә ҡубыҙҙа ла уйнап, сараларға йәм өҫтәр әле!
Әмир ауылынан килеүсе шулай уҡ рухлы, әүҙем ағинәй Мөнжиә Фәүзетдинова ла ҡубыҙлы булды бөгөн. Мөнжиә апай ҙа Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүсе «Дуҫлыҡ» ансамблендә шөғөлләнә. Уны ауылдаштары мөнәжәтсе булараҡ та белә.
Әйткәндәй, Миңдеғәфүр Миңләхмәт улы ҡубыҙҙа уйнарға өйрәнергә теләге булғандар өсөн районыбыҙға килеп оҫталыҡ дәресе бирергә, артабан ҡубыҙсылар ансамбле төҙөргә лә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.
Наилә Имаева.




Читайте нас: