Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Июнь 2021, 10:00

Форсаттан файҙаланып, район гәзиттәренә яҙылдылар!

Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре 7-һенән 17 июнгә тиклем дауам иткән ун көнлөктә ташламалы хаҡҡа “Йәнтөйәк”, “Ышаныч”, “Аскинская новь” гәзиттәренә яҙылды

2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. 7-һенән 17 июнгә тиклем иғлан ителгән ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгөндә Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре район гәзиттәренә йылдағыса дәррәү яҙылып куйҙы. Инициативалы, әүҙем, тәжрибәле мөдир Лариса Фәрит ҡыҙы етәкселегендә тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, ашнаҡсылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр район гәзиттәренә яҙылды. Лариса Фәрит ҡыҙы сираттағы тапҡыр “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Төлгөҙбаш ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтигәрәй бабай Ғиззәтуллинға бүләк итте. Бына бер нисә йыл инде Бәхтигәрәй Зиннәтулла улы менән Наилә Закирйән ҡыҙы әүҙем йәмәғәтсе, инициативалы етәксе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лариса Мөхәмәтшина яҙҙырған “Йәнтөйәк” гәзитен алдыра һәм рухи аҙыҡ биргән бүләк өсөн бик рәхмәтле.
Әйткәндәй, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәр яҡлап әүҙем, тырыш, өлгөлө. Мәҙәни сарамы, спорт ярышымы, йәрминкәме — һәр ерҙә улар ҡатнаша һәм призлы урындар ала. Рухлы, әүҙем, район һәм күрше-тирә райондар яңылыҡтары менән хәбәрҙар хеҙмәткәрҙәргә “афарин!”, тиергә генә ҡала.
Читайте нас: