Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Июнь 2021, 15:05

Дуҫтарыбыҙ артҡандан-арта

Бөтә Рәсәй матбуғат ун көнлөгө башланғас, Ҡариҙел журналистары Подлубов почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә гәзиткә яҙылыу кампанияһын ойошторҙо. Ошо уңайҙан беҙ Подлубов, Нәғретдин, Уразай, Ҡуянсы ауылдарында йәшәгән гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осраштыҡ.

Подлубов почта бүлегендә етәксе вазифаһын Рәйсә Ғилманшина башҡара. Яҡташтарына гәзит-журналдарҙы почтальондар ирле-ҡатынлы Рәзилә һәм Рөстәм Вәлинуровтар һәм Зилә Карамова тарата. Урындағы почтальондар бик тырыш, һәр кем үҙ бурыстарына үтә яуаплы ҡарай. Улар гәзит уҡыусыларҙы ташламалы хаҡҡа яҙҙырыу өсөн әүҙем эш алып бара.
Был ауылдарҙа ла, “районка”ның һәм «Йәнтөйәк» район-ара милли баҫмабыҙҙың яҡын дустары табылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 10-дан ашыу кеше «Йәнтөйәк»ле булды.
Люция Карамова.
Читайте нас: