Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Июнь 2021, 11:31

Афарин, балтастар!

Гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә бөгөн Балтас районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылары “Йәнтөйәк”кә дәррәү яҙылды.

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының иң ҡыҙыу осоро — 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк бара. Шуға ла Балтас районы почтальондары һәр көндө халыҡ менән осрашып, гәзит-журналдарға яҙҙырып ҡалырға тырыша.
Бына бөгөн дә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылар мәж килеп Һабантуй уҙасаҡ яланда репетициялар үткәргәндә, үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған почтальондар Рита Рахманғолова менән Айгөл Шәрәпова улар янына килеп, майҙанда гәзит һәм журналдарға яҙҙырҙы. “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә был юлы 21 кеше яҙылды. Афарин, балтастар!
Балтас районында “Йәнтөйәк”те алдырып уҡыусылар араһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күпселекте тәшкил итә. Дуҫлыҡ ептәрен өҙмәй, башҡорт телендә мәғлүмәт еткереүсе баҫма менән артабан да бергә ҡалғандары өсөн “Йәнтөйәк” гәзите редакцияһы ҙур рәхмәтен еткерә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең киләсәктә лә “Йәнтөйәк”ле булып, йырлы-моңло, нурлы, уңыш-ҡаҙаныштарға бай юлдан барыуҙарын теләй.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: