Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Июнь 2021, 16:40

Ун көнлөктөң тәүге көнөндә “Йәнтөйәк”кә яҙылдылар

Ҡариҙел районы Ҡыҙыл Үреш, Мерәсем, Торна, Сиҙәш-Нуғай, Татар Үреш, Үреш Битулла ауылдарында йәшәгән гәзит уҡыусылар менән осрашыу һөҙөмтәле үтте.

Редакция хеҙмәткәрҙәре район-ара «Йәнтөйәк»тең дуҫтарын арттырыу, яҡташтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Ҡыҙыл Үреш, Мерәсем, Торна, Сиҙәш-Нуғай, Тат-Үреш, Үреш Битулла ауылдарында йәшәгән гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осрашты.
Ҡыҙыл Үреш элемтә бүлеген хәзер 20 йылға яҡын Гүзәл Йосопова етәкләй. Алты ауылға гәзит-журналдарҙы почтальондар Рәйфә Нурғәлиева, Лариса Гусамова, Ирина Ғәниева тарата. Әйткәндәй, ҡайҙа ғына булһаҡ та, гәзитебеҙҙең иң әүҙем яҙылыусыһы табыла. Был яҡтарҙа йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа район-ара «Йәнтөйәк» гәзитен яратып уҡый. Был көндө 15 кеше «Йәнтөйәк»ле булды.
Беҙ ҙә һеҙгә рәхмәтлебеҙ, гәзиттәребеҙҙең тоғро дуҫтары, шулай берҙәм булып, иҫәнлектә, тыныс тормошта ғүмер итергә яҙһын һәммәбеҙгә лә.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 7 июндән 17-нә ҡәҙәр 2021 йылдың икенсе яртыһына үҙәк, республика һәм район матбуғат баҫмаларына, шулай уҡ “Йәнтөйәк”кә яҙылыу ун көнлөгө бара. Яраткан баҫмаларығыҙға яҙылып ҡалырға онотмағыҙ.
Люция Карамова.
Читайте нас: