Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Июнь 2021, 15:25

Ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ

Башҡортостанда үткәрелгән ҙур сараға бик аҙ ваҡыт ҡалды. Сит ил вәкилдәре VI Бөтә донъя фольклориадаһына Өфөгә Мәскәү аша килә. “Мосволонтер” ресурстар үҙәге етәкселегендәге ирекмәндәр командаһы ҡунаҡтарға аэровокзал комплексында ҡунаҡтарға ярҙам итәсәк. Йәмғеһе сараға өс аэропорт йәлеп ителә.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанға фольклориадаға ике меңгә яҡын ҡатнашыусы килә. Күләмле проектта 48 ил үҙенең мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштыра. Улар араһында – Австрия, Мысыр, Израиль, Испания, Кения, Коста-Рика, Непал, Мексика, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Папуа, Яңы Гвинея, Панама, Перу, Румыния, Того, Франция, АҠШ, Чили, Швейцария, Эквадор, Эстония һәм башҡалар.
3 июлдә Башҡортостанда VI CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһы нигеҙендә беренсе Халыҡ-ара биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары күргәҙмәһе асыла. Донъяның 48 иленән танылған оҫталар һәм һөнәрселәр Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үҙҙәренең эштәре менән таныштыра. Экспозицияға мәҙәни ҡиммәтте тәшкил иткән үҙенсәлекле биҙәү-ҡулланма сәнғәт өлгөләре, милли кейемдәр, биҙәүестәр һәм көнкүреш әйберҙәре инәсәк.
Ошо уҡ көндә CIOFF® Йәштәр координация үҙәге менән берлектә ойошторолған “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары” фотокүргәҙмәһе асыла. Фотокүргәҙмә 9 июлгә тиклем эшләй.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: