Данис Балтас районы Ҡарғалы ауылында Клара Мөхәмәтйән ҡыҙы һәм Илүс Ғаян улы Бәҙретдиновтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Ул бик тырыш уҡыусы була, кесе йәштән дөрөҫлөк ярата. Инглиз теленән “биш”ле ҡуйғас, мин инглиз телен “биш”легә белмәйем, тип “дүрт”ле билдәһенә төҙәттерә. Ә үҙе инглиз телендә аралашып, күпме илдәр гиҙә. Университетты һәм аспирантураны ла тик “биш”ле билдәләренә тамамлай.
Данистың атаһы Илүс Ғаян улы — урман технигы, әсәһе Клара Мөхәмәтйән ҡыҙы социаль хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Данистың фән донъяһындағы уңышы ғаиләһе, ауылдаштары, райондаштары өсөн ҙур ғорурлыҡ!