Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Июнь 2021, 22:40

Күп сиргә дауа

Яңы Ҡара ауылында үткән «Миндек байрамы»нда Иҫке Мутабаш ауылы ағинәйҙәре ылыҫлы ағастарҙан миндек бәйләү серҙәре менән бүлеште.

Билдәле булыуынса, күп кенә халыҡтар мунса ингәндә, (беҙҙеңсә яфраҡ, ҡайһы бер урында миңлек тә тиҙәр) миндек ҡуллана. Миндек әҙерләүҙең дә үҙенә күрә йолаһы бар. Йәшәгән урынына ҡарап, уны төрлө ағас япрағынан яһағандар.

Яңы Ҡара ауылында үткән «Миндек байрамы»нда Иҫке Мутабаш ауылы ағинәйҙәре ылыҫлы ағастарҙан миндек бәйләү серҙәре, уларҙың файҙаһы менән бүлеште.

Мәҫәлән, аҡ шыршы (пихта) һәм артыш миндеге һауаны таҙарта, ларингит, бронхит, гриптан ҡотҡара. Был үҫемлектәр бүлеп сығарған ыҫмалалы матдә мускулдарҙа ҡан әйләнешен яҡшырта, невроз, невралгик ауыртыу һәм радикулиттан ярҙам итә.

Яңы йыйылған нарат ылыҫының төнәтмәһе бөйөр сирҙәре һәм яман шештән файҙалы икән.

Нарат бөрөһө ваннаһы баш ауыртҡанда, нерв кейеренкелеге ваҡытында файҙалы.

Нарат ылыҫын көҙөн һәм ҡышын йыйырға кәрәк, сөнки был ваҡытта аскорбин кислотаһы, эфир майҙарына байыраҡ була.

Шиғри күңелле Ильвера Хәбибуллина Шыршы ағасына яҙған мәҙхиәһен дә уҡып ишеттерҙе.
Наилә Имаева.

Автор фотолары.

Читайте нас: