Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Июнь 2021, 12:25

Иң етеҙҙәр бүләкләнде

Ҡариҙел ауылында Бөтә донья тәмәкенән баш тартыу көнөнә арналган велоуҙыш үтте

Көн болотло булыуға ҡарамаҫтан, традицион велоуҙышта ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Балалар һәм өлкәндәр старт урынына ғаиләләре менән килде. Ҡатнашыусылар араһында район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫарҙары, район үҙәге предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре лә бар ине. Традиция буйынса велосипедсылар район Мәҙәниәт һарайы алдынан ҡуҙғалып китте. Улар ауылға ингән урында торған стелаға ҡәҙәр ярышты. Маршрутты үткәндән һуң еңеүселәр билдәләнде. Венер Кәримов финишҡа беренселәрҙән булып килде. 71 йәшлек Марсель Ильясов һәм 63 йәшлек Юрий Белкин өлкәндәр араһында махсус приздар менән бүләкләнде. Алты йәшлек Илдус Фәхрисламов иң йәш ҡатнашыусы булараҡ билдәләнде. “Иң спортсы ғаилә” номинацияһында бүләктәрҙе Юнир һәм Руслан Ғәлиндар, Филүс һәм Илдус Фәхрисламовтар, Клара һәм Артур Ибраһимовтар алды. Дистанцияны үткән барлыҡ ҡатнашыусылар әфлисун алып ҡыуанды.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас: