Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Июнь 2021, 16:06

Бер күреүҙән ғашиҡ булып

Татыу ғүмер итә, фиҙаҡәр хеҙмәттәренең, ҡорған тормоштарының емештәрен, бала-ейәндәренең игелеген, халыҡтың хөрмәтен татый Иҫке Балтас ауылының иң өлгөлө парҙарының береһе – Әнфисә һәм Тәфкил Сәхиповтар.

Әнфисә Шәйнур ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағас, тыуған ауылы Түбән Ҡарышта китапхана мөдире булып эшләй. Бер ваҡыт, апрель айының бик бысраҡ юлдарына ҡарамай, район үҙәгенә китаптар алырға бара. “Беларусь” тракторы менән ярты юлды ҡайтҡас, артабан юл үтеү, бигерәк тә Ҡарыш йылғаһы аша сығыу ҡурҡыныс булыуын аңлап, кире борола. Иҫке Балтаста берҙән-бер таныштары була, уларға ҡунырға бара йәш ҡыҙ. Яҙмыш ҡушыуы, күрәһең, әлегә тиклем бында булмаған Тәфкил дә нәҡ шул ваҡыт был ҡапҡаны асып инә. Бергәләп киноға баралар....
— “Аты-баты шли солдаты” исемле фильм ине, әлегеләй исемдә, — ти Әнфисә апай. Ғүмерлек бер-береһенә ғашиҡ Тәфкил ағай менән Әнфисә апайҙың күҙҙәренә ҡараһаң, 50 йыл үтмәгән дә кеүек: хистәр өр-яңы, күҙҙәре яна, осрашыуҙарының һәр минутын хәтерләп, ҡәҙерләп һөйләйҙәр. Икенсе осрашыу бер нисә көндән һуң була. Атаһы паралич менән урын өҫтөнә ятыу сәбәпле, бөтөн ир-егет эше Әнфисә елкәһенә төшә. Тирмән тарттырып ҡайтып барғанда, ҡапсыҡ-ҡапсыҡ тейәлгән йөктө бысраҡ юлдан тарта алмай, аты киреләнгән саҡта юлдан машина менән сигнал биреп, Тәфкил уҙып китә. “РМСО — төҙөлөш ойошмаһы директоры Хәмәт Рәхим улы Борхановтың водителе булып эшләгән саҡ. “Бына, исмаһам, уңған ҡыҙ был, донъя көтә торған!” — ти етәксе, ат дилбегәһен ышаныслы итеп тотҡан Әнфисәне күреп," — тип иҫкә ала Тәфкил ағай. Өсөнсө тапҡыр ҙа шул апрель айында осрашалар, һәм шул кисте яҙмыштарын ғүмерлеккә бергә бәйләйҙәр.
Йөҙөндә йәшлек тойғоларын балҡытып Әнфисә апай һөйләй: “Китапханала инем, Тәфкил килеп инде. “Әйҙә, ҡайтарып ҡуям”, — ти. Ҡайтырға йыраҡ. Ауылдың түбән осонда йәшәйем. Ул ваҡыттағы “69”-ый машина хәҙерге “Мерседес” кеүек инде. Эйәреп кенә сығып ултырырға тырышам, ауыл егеттәре китапхананан сыҡмай. Йәнәһе лә, эш сәғәте бөтмәгән. Сығыуыбыҙға машинаның тәгәрмәсе тишек... Әсәйем бик уҫал ине, ҡайтып еткәс, башта, ғәҙәттә, ашығып ҡапҡаны асып индем. Ниндәйҙер хис туҡтатты. Инеп китһәм, иң яҡын кешемдән айырылам кеүек. “Әнфисә, ашыҡма, тағын йөрөп киләйек...” Тәфкилдең тауышы бик тә йәл булып ишетелде. Кире боролдом. Шунда Тәфкилдең дуҫ егете Фәрхәт Фәйезов: “Минең дә яратып йөрөгән ҡыҙым бар. Әйҙәгеҙ, 1 май байрамына тиклем өйләнешегеҙ!” — тип әйтеп һалмаһынмы. “Мин риза”, — тинем. Ауыл Советы секретарына барып хәлде аңлаттыҡ. Атай-әсәйемдән рөхсәт һорарға бергәләп барыуын һораныҡ. Әғзәм ағай Ғәлиханов атай-әсәйем алдында Тәфкилдең ғаиләһен маҡтап, беҙҙең бәхетле йәшәйәсәгебеҙгә ышаныс белдерҙе...” Атай-әсәй ҡыҙҙарын, берҙән-бер таянысын, кинәт кенә кейәүгә сығыу уйындан кире ҡайтара алмай, аптырашып тороп ҡала.
Егеттең ата-әсәһе — Насар ауылында йәшәүсе Шәмситаб һәм Вәлидийән Сәхиповтар иһә йәштәрҙе бик йылы ҡаршы ала. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһында төҙөлөштә эшләп, водитель һөнәре алып, ике йыл армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан, шул осорҙа Чехословакияла булған ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан, хәҙер инде райондың төҙөлөш ойошмаһында эшләп йөрөгән улдарының етди ҡарарын хуплай өлкәндәр. Туғандарын саҡыралар, һөйөнөстәрен уртаҡлашалар. “Етәксе водителе өйләнә!” — тигән хәбәр тиҫтәләгән кеше эшләгән ойошмала тиҙ тарала. Машина кабинаһындағы Әнфисәне күреү теләге менән теҙелеп үтә уның буласаҡ хеҙмәттәштәре.
Әнфисә Сәхипованың 40 йыл хеҙмәт биографияһы район төҙөлөш ойошмаһы менән бәйле. Шуның 35 йылы — баш бухгалтер вазифаһында. Шул уҡ ваҡытта “Башсельстрой” ойошмаһының ревизоры булараҡ, төрлө райондарҙа булырға ла өлгөрә ул. Әнфисә Шәйнур ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте “Рәсәйҙең маҡтаулы төҙөүсеһе” тигән исем менән билдәләнгән.
Яҙмыш был. Бер күреүҙә үҙенең ғүмерлек яры икәнен аңлап, Тәфкил Сәхиповҡа кейәүгә сыҡҡанда Әнфисә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт медицина университетына ингән була. РМСО-ла иҡтисадсы булып эшләүсе Роза Борханова, ауылдағы уҡытыусы Наилә Туйкина йәш ҡатынды уҡыуын ташламаҫҡа өгөтләй. Әнфисә иһә ғаиләһен өҫтөн күрә: иренә бер-бер артлы ике ҡыҙ бүләк итә, почтала, төҙөлөш ойошмаһында иҫәпсе, база мөдире, үҙәк район дауаханаһында бухгалтер булып эшләп тәжрибә туплай ҙа Өфөлә финанс техникумына уҡырға инә. Һис тә үкенерлек түгел: әсәһенең йәшлек хыялын ҡыҙы Светлана тормошҡа ашыра, ул үҙәк район дауаханаһында ашығыс ярҙам өлкән фельдшеры булып эшләй, 30 йылға яҡын тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеме менән лайыҡлы билдәләнә. Был хыял ейәндәрҙә лә дауам итә: Лиананың ҡыҙы Диана медицина университетының 5-се курсында белем ала.
Тәфкил Сәхиповтың оҙон хеҙмәт юлы гел машина руле артында, юлда уҙа: еңел машинанан йөклөһөнә күсеп ултыра, артабан коммуналь хужалыҡта эшләй, хаҡлы ялға туҡтағансы Нефтекама подстанцияһында оператив киҙеү водителе булып эшләй. Ғаилә архивында һаҡланған бихисап Почет грамоталары уның өлгөлө хеҙмәте тураһында һөйләй. “Тәфкил ғүмере буйына ныҡлы терәгем булды. Сабырлығы, уңғанлығы, йорт һәм ғаилә өсөн янып-көйөп тороуы — ысын ир-егеттәргә хас сифаттар”, — ти тормош иптәше тураһында Әнфисә Шәйнур ҡыҙы. Ғаилә традицияларын ҡыҙҙары Светлана менән Лиана, уларҙың ғүмер юлдаштары Сәлих һәм Илдар, инде үҫеп өлгөргән ейәндәр дауам итә. Ынйы — ғаиләле, ҡыҙы Сафия олатай, өләсәйҙәренә ейән-бүләсәр йылыһы бүләк итә. Быйыл был күркәм ғаиләлә ике туй көтөлә: Ләйлә менән Диана тиң ярҙарын тапҡан, йәйен ҡауышалар. Лиана менән Илдарҙың ике сабыйы: Артур менән Илария әлегә мәктәп уҡыусылары.
Пенсия йәшендә лә һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултырмай өлкәндәр. Балалар-ейәндәргә ярҙамға ашыға, баҡса ҡарай, йәмәғәт тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уртаһында ҡайнай. Икәү бергәләп мәсеттә уҡып, дини белем алғандар. Бының менән бик ғорурланалар. Тәфкил ағай дини йолаларҙы үтәй, Әнфисә апай Насарҙа, тыуған ауылы Түбән Ҡарышта өс йыл рәттән дини уҡыуҙар ойошторған. Ғүмере буйына теүәл һандар менән эш итеп, яуаплы вазифа биләһә лә, күңеле бик нескә уның. Уҙған йылда район гәзитендә Ленинград блокадаһын үткән әсәһе тураһында яҙмаһын халыҡ илап уҡыны, күп фәһем алды. Ғәзиз кешеһенең кисерештәрен, хәтирәләрен ул һаман да ҡәҙерләп күңелендә һаҡлай. Тәфкил ағайҙың атаһы Вәлидийән — 97, әсәһе Шәмситаб 101 йәшкә тиклем йәшәгән. Әнфисә апайҙың әсәһе Бибисәүҙәне оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатҡандар. Йөҙйәшәрҙәр нәҫелен дауам итеп, тыныс тормошоғоҙҙа балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр шатлығын күреп, оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәгеҙ, өлкәндәр! Һеҙ — йәштәргә өлгө!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Ғәзим ТАЛИПОВ фотоһы.
Читайте нас: