Бөгөн Өфөнөң И.Якутов исемендәге балалар паркында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар араһындағы төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Был сарала Асҡын 1-се урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Рәдим Хәжимәрҙәнов уҡытыусыһы Сулпан Әғәләм ҡыҙы Ғилметдинова менән ҡатнашты. Телһөйәр малай БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова ҡулынан бүләк һәм диплом алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәдим Хәжимәрҙәнов Асҡын 1-се урта мәктәбенең 2-се класында уҡый. Телһөйәр, илһөйәр малай китап уҡырға, туған телдә шиғырҙар ятларға, әкиәттәр һөйләргә ярата. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсының район этабында еңеү яулап, тырыш малай төбәк-ара этабында ла ышаныслы сығыш яһай һәм 38 бәйгесе араһында 3-сө урын яулай. Ул “Алйот бүре” тигән ҡаҙаҡ халыҡ әкиәтен оҫта итеп, килештереп һөйләп, ҙур уңыш ҡаҙана.