Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
31 Мая 2021, 04:25

Тауыш биреү тамам

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүе тамамланды. Кисә киске сәғәт 8-ҙә бөтә һайлау участкалары ла ябылды. Электрон формала тауыш биреү ҙә туҡтатылды.

“Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, башҡа бер партия ла электрон тауыш биреүҙе ошондай уҡ кимәлдә һәм масштабта файҙалана алмай.
“Пандемия тормошобоҙға үҙ төҙәтмәләрен керетте: һанлаштырыу һайлау системаһына ла индерелде. Элегерәк киң масштабта электрон тауыш биреү тәжрибәбеҙ юҡ ине. Ә бөгөн сама менән һәр өсөнсө кеше ошондай форматты һайланы, pg.er.ru сайтында 165 мең граждан теркәлде, уларҙың, яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 85-90 проценты электрон тауыш биреү мөмкинлегенән файҙаланды. Шуны ла билдәләргә кәрәк: республика халҡы сарала традицион ысулға өҫтөнлөк биреп тә әүҙем ҡатнашты. Киске сәғәт 6-ға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, һайлау участкаларына 280 мең граждан килгән. Был шуны раҫлай: беҙ ҙә, кандидаттар ҙа һайлаусыларыбыҙ иғтибарын яулай алдыҡ”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе шулай уҡ алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуына бәйле үҙ тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты.
“Мин электрон форматта тауыш бирҙем, был бик уңайлы. Бөгөн республиканың көнбайышындағы һайлау участкаларында булдым. Урындарҙа эш яҡшы ойошторолған. Хәүефһеҙлек мәсьәләләре күҙлегенән һайлауҙар барлыҡ санитар талаптарҙы күҙәтеп үткәрелде”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Ул һайлаусылар яғынан ҡыҙыҡһыныуҙың ҙур булыуын кандидаттар араһындағы конкуренцияның көслөлөгө менән бәйләй. Шулай уҡ республиканың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов, Рәсәй Геройы Рафиҡ Иҡсанов, Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев кеүек яңы кандидаттарҙың ҡатнашыуын да билдәләп үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға саҡлы үткәрелде. Иртәгә иртән тауыш биреүҙең тәүге йомғаҡтары билдәле буласаҡ.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайты.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас