Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
30 Май 2021, 14:44

"Был "Берҙәм Рәсәй"ҙең генә хәленән килә"

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүендә Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылында ҡатнашты.

Ул билдәләгәнсә, әлеге сара – өлгөргән сәйәси партияның ғына хәленән килерлек процедура. “Берҙәм Рәсәй” бөгөн – асыҡ тауыш биреү юлы менән кандидаттар исемлеген билдәләгән берҙән-бер сәйәси берләшмә.
“Ун йыл элек был процедураны съезд билдәләй ине. Ә хәҙер һәр кемгә кешеләрҙе үҙе өсөн тауыш бирергә кәрәклегенә ышандырырға, бюллетенгә эләгергә һәм депутат булып китергә мөмкин, был уның социаль йәки матди хәленә бәйле түгел. Алдан тауыш биреү – үҙенә күрә “социаль лифт”. “Берҙәм Рәсәй”ҙең көсө лә шунда – ул ошондай процедураларҙан ҡурҡмай”, – тине Александр Сидякин.
Бекетов һайлау участкаһының иҫәпләү комиссияһы рәйесе Светлана Уразбахтина әйтеүенсә, урындағы халыҡ сарала әүҙемлек күрһәтә, һайлаусылар араһында йәштәр ҙә күп.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреү бара, артабан улар Дәүләт Думаһы, Өфө ҡалаһы Советы һәм ике һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлауҙарына тәҡдим ителәсәк. Сара рейтинг тәртибендә бара: бюллетендәргә индерелгән бер йәки бер нисә кандидат өсөн тауыш бирергә мөмкин. Участкаларҙа һайлау киске сәғәт 8-ҙә тамамлана, артабан иҫәп комиссиялары ағзалары урналарҙы асып, тауыштар һанын иҫәпләй башлаясаҡ.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайты.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас