“Йәнтөйәк”те алдырыусылар һаны әкренләп арта, — тип һөйләй Байҡы-Юныс ауылы почтальоны Әнфисә Рәфиз ҡыҙы. – Әйткәндәй, йылдағыса гәзит уҡыусыларыбыҙ яҙылыу кампанияһынан ситтә калмай. Почтаға ла килеп яҙылалар, өйҙәренә лә барып квитанциялар тултырабыҙ. Мәҫәлән, 21 йыл һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны Рәшиҙә Закирова әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Ғәҙәттәгесә, “Йәнтөйәк”, “Караидел хәбәрләре”, “Манзара” һәм башҡа гәзит-журналдарға күпләп яҙыла. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 7-се июндән 17-һенә ҡәҙәр 10 процент ташлама менән гәзит-журналдарға, шулай уҡ “Йәнтөйәк”кә лә яҙылыу ун көнлөгө башлана. Яраткан баҫмаларығыҙға яҙылып ҡалырга онотмағыҙ.