Быйыл 19 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына өҫтәмә депутаттар һайлау буласаҡ. Ошо һайлауҙарға әҙерлек сиктәрендә бөгөн район Мәҙәниәт һарайында йәмәғәт күҙәтеүселәрен көҙгө һайлау кампанияһына әҙерләү маҡсатында уҡыу ойошторолдо. Унда 42 һайлау участкаһынан 84 кеше ҡатнашты. Уҡыуҙарҙы БР Йәмәғәт палатаһы хеҙмәткәре үткәрҙе.