Был мәрхәмәтлек проекты республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбированың авторлығында башланғыс алды һәм үҙенсәлекле ижтимағи хәрәкәткә әйләнде. Быйыл августа проекттың башланыуына ике йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” академияһы республиканың 14 ҡала һәм районында булып өлгөргән.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ кластары, дискуссия воркшоптары, файҙалы әңгәмәләр тәҡдим ителде.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Асыҡ академияһы саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.