Бөйөк Ватан һуғышы башланыуына 80 йыл тулыуға арналған “Хәтер баҡсаһы” акцияһына асҡындар ҙа дәррәү ҡушылды. Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Динис Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов ҡатнашты. Улар менән бергә шыршыларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре, урман хужалығы эшселәре, нефтселәр, Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы хеҙмәткәрҙәре лә ултыртты.