Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
10 Май 2021, 13:55

Иҫтә ҡалырлыҡ сағыу байрам

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын Ҡарткиҫәк ауылында ҙур әҙерлек менән матур итеп билдәләйҙәр.

Ҡарткиҫәк ауылында Еңеү байрамы “Үлемһеҙ полк” акцияһынан башланды. Ҡулдарына яугир олатайҙарының портреттарын тотҡан уҡыусылар ғорур атлап митинг уҙаһы урынға – стела янына йыйылды.

Ауыл биләмәһе башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов барыһын да Еңеү көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан тәбрикләү һүҙҙәре менән мәктәп директоры Лилиә Миңлемөхәмәтова, ветеран уҡытыусылар Лидия Харисова менән Фәнирә Нәбиуллина, һуғыш осоро балаһы булған Хиләжетдин ағай Тажетдинов сығыш яһаны.

Бөгөн ауылыбыҙҙа барлығы дүрт тыл ветераны, 27 һуғыш осоро балаһы йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышына Ҡарткиҫәк ауылынан 177 ир-егет китә, шуларҙың 103-сө Еңеү менән ҡайта, 74-е яу яландарында баштарын һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн яугирҙарыбыҙҙың береһе ле беҙҙең арала юҡ. Беҙ улар тураһында иҫтәлекте мәңге хәтеребеҙҙә һаҡлап, йәш быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Был маҡсатта урындағы мәктәп музейында ҙур эш алып барыла.

Тантаналы митингынан һуң байрам ауыл мәҙәниәт йортонда Флидә Абрарова етәкселегендә 1-се-11-се класс уҡыусылары әҙерләгән концерт менән дауам итте. Сәхнәнән Еңеү тураһында йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, рухлы бейеүҙәр башҡарылды.

Наилә Имаева.

Фәнирә Нәбиуллина фотолары.

Читайте нас