Сараның беренсе өлөшөндә тамашасылар иғтибарына мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Фидания Шәйхетдинова етәкселегендә “Сулпылар” фольклор коллективы Орсоҡ байрамын тәҡдим итте. Унда элекке кис ултырыуҙарҙы иҫкә төшөрөп, өләсәй-ҡарт өләсәйҙәрҙең онотолоп барған ҡул эшен — йөн эрләү, йөн ҡатыуҙы күрһәттеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар эш араһында йырлап-бейеп, таҡмаҡтар әйтешеп, йомаҡтар ҡойоп, уйындар уйнап алды. “Сулпылар” үҙҙәренең тыуған ауылы Солтанай тураһындағы Нурихан Ғәҙел яҙған йырҙы ла өйрәнеп, ауылдаштарына еткерҙе.
Байрамдың икенсе өлөшө Бөйөк Еңеү көнөнә арналды. Унда үҙешсән сәнғәттә ҡатнашыусылар, “Сулпылар” коллективы ағзалары һуғыш тураһындағы, илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙарҙы башҡарҙы. Концертта Асҡын 2-се мәктәбендә белем алған уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Сараны музыкаль яҡтан оҫта гармунсы Рауил Шәйхетдинов биҙәне. Байрам концерты ла, йола ла тамашасылар күңеленә хуш килде.