Балтас районында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан байрам “Ҡайғылы әсә” мемориалы янында тантаналы митинг менән башланды. Ҡаһарман яу ҡорбандары хөрмәтенә, яугирҙар иҫтәлегенә сәскә һалып, һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Артабан район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Еңеү байрамы менән ҡотлап, барыһына ла тыныслыҡ, бәхет-шатлыҡ, сәләмәтлек теләне. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Ғәли Сәрүәртдинов, Советтар Союзы Геройының улы Владислав Шакиров, отставкалағы полковник, парад менән етәкселек итеүсе Эдуард Хәбибрахманов сығыш яһан