Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
8 Май 2021, 07:50

Балҡый ерҙә 76-сы Еңеү яҙы!

Бөгөн Ҡышлауйылға ауылында Бөйөк Еңеү көнө уңайынан байрам сараһы бик матур үтте.

Бөгөн Ҡышлауйылға ауылында Бөйөк Еңеү көнө уңайынан байрам саралары бик матур үтте.

Бөгөн Ҡышлауйылға халҡы иртә менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған стела янына йыйылды. Бирелә Еңеү көнөнә бағышланған тантаналы митинг үтте.

Ҡышлауйылғаларҙы байрам менән ҡотларға район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина килгәйне. Ул байрамға килеүселәрҙе ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Артабан сығыш яһаусы Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, мәғариф ветераны Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев, урындағы мәктәп директоры Ришат Миңлемөхәмәт улы Лотфуллин да изге теләктәр юлланы һәм һуғыш ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алды, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусы тыл хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.

Бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды.

Артабан мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Эльмира Фәүзәт ҡыҙы Шәйхуллина, башланғыс кластар уҡытыусылары Резида Рәғиз ҡыҙы Хәбипова, Лариса Рәйес ҡыҙы Ғәлимшина етәкселегендә 2-се һәм 3-сө класс уҡыусылары әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция күрһәтелде. Уҡыусыларҙың йырлы-моңло сығышы барыһына ла бик оҡшаны.

Наилә Имаева.

Эльмира Шәйхуллина фотолары.



Читайте нас