Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
7 Май 2021, 10:50

Еңеү көнөнә арналған ярышта асҡындар ҙа ҡатнашты

Бөгөн Иҫке Балтас ауылының “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Еңеү байрамына һәм республикалағы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналып йөҙөү буйынса ярыштар үтте. Бәйгенән асҡындар ете призлы урын алып ҡайтты!

Ярышта төньяҡ төбәктән Асҡын, Балтас, Бөрө райондарының йәш спорт һөйөүселәре ҡатнашты. Асҡын районы данын “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Мәрүән улы Нурмөхәмәтов етәкселегендә тренер Рәмил Ринат улы Насретдинов тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Был юлы ла Асҡын командаһы һынатманы. Үҙ йәш категорияларында 50 метр дистанцияла ирекле стилдә йөҙөп, Иллария Нурмөхәмәтова менән Арыслан Исхаҡов 1-се урындар яуланы. Шулай уҡ үҙ йәш категорияларында 100 метр дистанцияла Гүзәл Махатова, Илнар Шәйхинуров, Зиннур Юнысов — 2-се, Айдар Махатов, Раушан Зараев 3-сө урындарға лайыҡ булды. Еңеүселәргә грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды, ә иң мөһиме, һәр береһе бәйгенән яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге һәм алдағы еңеүҙәргә лә көс-дәрт алды.
Илһөйәр Махатова.
Илһам Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас