Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
6 Май 2021, 12:40

Упҡанкүлдәр “бесәнгә төштө”

Упҡанкүл мәҙәниәт йортоноң Зөбәржәт Ғәфиф ҡыҙы Әминева етәкселегендәге “Аулаҡ өй” фольклор коллективы “Бесән өмәһе” йолаһын күрһәтте

Сара 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үтте. Фольклор коллектив ағзалары Гүзәл Мәснәүиева, Фәйрүзә Сафиева, Хәмиҙә Ҡасимова, Рәйсә Бакина, Флүрә Әхмәтғәлиева, Зилара Мөғинова,Фәридә Гәрәева, Винария Әхмәтова, шулай уҡ Аяз Сафин, Айбулат Гәрәев, Элина Хазипова “Бесән өмәһе” йолаһында ҡатнашып, ауыл ерендәге был күмәк эште барлыҡ тулылығында күрһәтте. Күмәкләп бесән эшләнеләр, ҡаҙан аҫып ашарға бешерҙеләр, ял ваҡытында йырлап-бейеп, уйнап-көлөп алдылар, элекке йырҙарҙы иҫкә төшөрҙөләр. Сараны музыкаль яҡтан оҫта гармунсы Рәшит Закиров биҙәне. Хәҙерге заманда күп кенә ауылдарҙа онотолоп та барған йыр-моңға, уйын-көлкөгә бай был йола баһалаусыларҙың юғары баһаһын алды.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас