Һәр көн атҡан таңды, тыныс иртәләрҙе, ҡояшлы көндәрҙе күрергә ярҙам иткән, беҙҙе бәхетле баласаҡлы иткән атай-олатайҙарыбыҙға, Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам иткән тыл ветерандарына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ҡышлауйылға мәктәбе уҡыусылары был хәҡиҡәтте бер ҡасан да онотмай. Улар йыл әйләнәһенә оло йәштәге ветерандарҙың хәлен белеп, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп тора.