— Гәзит-журналдар уҡырға яратам. Бигерәк тә, район баҫмаларын ихлас алдырам. Хәҙер башҡорт телендәге “Йәнтөйәк” район-ара баҫмаһын да алдыра башланым, — тип һөйләй Эльза Ғилфан ҡыҙы. – Уҡытыусылар өсөн дә, уҡыусыларға ла бик кәрәкле гәзит. Ундағы тарихи материалдарҙы дәрестә ҡулланам. Алты район яңылыҡтарын белеүе лә бик якшы. Күп ваҡыт таныш кешеләр осрай. Әлбиттә, мин, уҡытыусы булараҡ, уҡыусылар тураһындағы яҙмаларҙы ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, ә башҡорт гәзитенә яҙылыусыларҙың тағы ла артыуын теләйем.