Өфөнөң күп профилле колледжында ойошторолған акцияла башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға туғыҙ ырыу вәкиле килгәйне. Асҡындан район башҡорттары ҡоролтайы тарафынан дүрт ырыу вәкиле барыуы ойошторолдо. Балыҡсы ырыуынан — Ҡашҡа мәктәбе уҡытыусыһы Ирина Мәснәүиева, Ҡубияҙ мәктәбе уҡытыусыһы Резида Ғәлләмова, Унлар ырыуынан — Упҡанкүл мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Мазһарова, халыҡ иҫәбен алыу буйынса вәкил Нурия Шәрәфетдинова, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите тәржемәсеһе Илһөйәр Махатова, Ҡыр-Танып ырыуынан — Иҫке Ҡаҙансы төбәге “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Мәмдүнә Зарипова, Ҡаҙансы мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Әхмәтова һәм Һыу-Танып ырыуынан Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары Рәйлә Ахунова, Руфина Мостафина, Алиса Абрарова, Ҡарткиҫәк ауылы мәҙәниәт йортоноң саралар ойоштороусыһы Гөлфинә Исмаева барҙы.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социо-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов асты һәм Дүртөйлө, Ҡариҙел, Асҡын, Илеш, Яңауыл һәм башҡа райондарҙан килеүсе ырыу вәкилдәрен сәләмләп, диктант яҙыуҙа уңыштар һәм эшлекле кәйеф теләне.
Төньяҡ-көнбайыш диалектында диктантты “Хаят-Исмаил” рок төркөмө музыканты, “Без башкортлар” хәрәкәте активисы Альберт Исмаил тура эфирҙа аңлайышлы итеп әйтеп барҙы. Диктант яҙыусыларға акцияла ҡатнашыуҙы раҫлаған сертификат тапшырылды.