Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
25 Апрель 2021, 10:20

Бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ

Асҡын районынан барған ырыуҙар вәкилдәре диктант яҙыуҙан тыш, тарихсыларҙың фәһемле сығыштарын тыңланы, үҙҙәре лә йәнле барған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты, бүләкләнгән яҡташтары өсөн ғорурлыҡ хистәре кисерҙе

Төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙылған майҙансыҡта — Өфө күп профилле колледжында «Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты сиктәрендә донъя күргән “Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары” биографик белешмәһенең исем туйы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Шакирйән улы Ярмуллин белешмә тураһында һөйләне, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының легендар 112-се кавалерия дивизияһы составында күрһәткән батырлыҡтары менән таныштырып, уларҙың ҡаһарманлыҡтарын хәтергә төшөрөп үтте. Сарала ошо биографик белешмәне әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан шәхестәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, “Башҡорт эндиклопедияһы” энциклопедистика бүлегенең фәнни мөхәррире Владислав Шәрифулла улы Ғилуановтың да булыуы асҡындарҙа ғорурлыҡ хистәре уятты.
Шулай уҡ Әнүәр Әсфәндиәровтың «Аулы мензелинских башкир» һәм «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» тигән китаптарының да исем туйы үтте. Был ике китап быйыл донъя күрҙе һәм тарихы, халҡының үткәне менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә файҙалы буласаҡ. Улар тураһында З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте етәксеһе Илһам Йәндәүләтов, Әнүәр Закир улы менән бергә эшләгән тарихсылар һөйләне. Шуныһы ҡыуаныслы булды, сарала ҡатнашыусыларға был китаптарҙы бүләк итеп бирҙеләр.
Артабан «Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен үҫтереү перспективалары» тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” үтеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға килгән туғыҙ башҡорт ырыуы вәкилдәре, тарихсылар, ғалимдар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо. Унда Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, Азат Ярмуллин, Рәфил Аҫылғужин, Салауат Хәмиҙуллиндың, “Без башкортлар” ойошмаһы ағзаларының төньяҡ-көнбайыш диалектын үҫтереүгә ҡағылышлы фәһемле сығыштарын тыңланыҡ. Сарала яҡташтарыбыҙ, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов һәм Ҡашҡа мәктәбе уҡытыусыһы Ирина Мәснәүиева ла туған телде һаҡлау, үҫтереү буйынса үҙҙәренең тос фекерҙәрен, борсолоуҙарын белдерҙе.
“Түңәрәк өҫтәл”дә халҡыбыҙҙың, йәш быуындың милли үҙаңын үҫтереү, тарихыбыҙҙы, шәжәрәләребеҙҙе өйрәнеү, туған телебеҙгә бала саҡтан һөйөү уятыу, әҙәби тел менән бер рәттән төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телен дә үҫтереү йүнәлешендә берҙәм, маҡсатлы эш алып барырға кәрәклеге билдәләнде.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас