Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
23 Апрель 2021, 14:35

Вики-ирекмәндәр артасаҡ

"Өфөлә башҡорт википедистары өсөн үткән уҡытыу-семинары бик файҙалы булды”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Ҡарткиҫәк ауылынан Википедияла эшләү буйынса байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән әүҙем, рухлы, телһөйәр ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Өфөлә күп профилле колледж бинаһында башҡорт википедистары өсөн уҡытыу-семинар үтте. Унда төрлө район һәм ҡалалар ҡоролтайҙары вәкилдәре ҡатнаша. Тәжрибәле ирекмәндәр ғәмәли дәрес үткәрә, бер нисә сәғәт эсендә күп һорауҙарға яуап бирәләр. Семинар-практикум барышында Башҡортса Википедияға тиҫтәнән ашыу яңы ағза өҫтәлә.
"Беҙҙең райондан был семинарҙа Көнгәк ауылы китапханасыһы Гөлшат Сабитова, Яңы Ҡара ауылынан мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнара Шәйхинурова һәм мин ҡатнаштым. Семинар юғары кимәлдә ойошторолғайны һәм бик файҙалы үтте. Бик күп ирекмән йәлеп ителгән. Ишектән килеп инеү менән яғымлы ҡаршы алып, оҙатып йөрөнөләр. Ашханала ашау ҙа ойошторолғайны. Ноутбуктың зарядкаһы бөтһә, һәр өҫтәл янында ғына розеткалар бар. Күрһәтеп һөйләп, яҡшы итеп аңлатыусы ойоштороусыларҙан тыш, һәр кемгә янына саҡырып, шәхси ярҙам алырға ла мөмкинселек булды. Яҡындараҡ йәшәүселәргә семинарҙан һуң ҡалып та өйрәнеү мөмкин булды. Ҡыҫкаһы, бик оҡшаны семинар! Ҙур рәхмәт!
Мин үҙем Рөстәм Нурыевтың онлайн Вики-мәктәбендә март айында ойошторолған курстарында уҡып, сертификат алдым. Бик оҡшаны, күп нимә өйрәндек беҙ унда. Дондағы Ростов ҡалаһынан Дмитрий Жуков та лекциялар уҡыны. Һәр лекция практика менән бергә нығытылып барҙы. Башҡалар ҙа ундай курстарға яҙылып, уҡыһындар. Семинар-практикумдар ойошторолғанда, мотлаҡ килергә, өйрәнергә кәрәк. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, райондарыбыҙҙа әүҙем эшләп, башҡаларҙы ла йәлеп итәйек был эшкә!” - тип милләттәштәребеҙҙе әүҙемерәк булырға саҡырҙы һәм ойоштороусыларға, тәжрибәле уҡытыусылар Зәйтүнә Ниғәмәтйәноваға, Миңһылыу Абдуллинаға,Тәнзилә Рәхимғоловна, Зөфәр Салиховҡа һәм районда был эште ойоштороп, семинарға ебәреүсе Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙына, Асҡын районы хакимиәтенә, Өфөгә алып барып ҡайтыусы тәжрибәле водитель Йәүҙәт Хәфизйәновҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.
Наилә Имаева.
Читайте нас