Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
19 Апрель 2021, 07:40

«Сал тарихлы Башҡортостаным»

Ҡариҙел районы күп функциялы ауыл мәҙәниәт клубында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә «Сал тарихлы Башҡортостаным» тигән бик матур әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Сарала башкорт теле уҡытыусылары, тәрбиәселәр, музыка мәктәбе педагогтары, уҡыусылар ҡатнашты. Байрам кисәһен клуб директоры Әлфис Исмәғилов алып барҙы.
Килгән ҡунаҡтар ҡубыҙ моңо аҫтында, видеотаҫма ярҙамында, башҡорт йырҙары, шиғырҙары аша Башҡортостан тарихына сәйәхәт итте. Тыңлаусылар алдында тарихсы Фидаил Сафин, 4-се балалар баҡсаһы мөдире Яугәрә Ғәлиева, Ҡариҙел 2-се мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Илнара Харисова халыҡ ижады ынйылары Ҡояш, Ай, Йондоҙҙар һәм башкорт халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар тураһында һөйләне.
Бик күп йырҙар һәм шиғырҙар авторы Гөлсөм Нәбиуллина үҙе яҙған шиғырын һөйләне, йырын башҡарҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зилә Рәхмәтова менән Юлиә Шәрифйәнова башҡарыуында йыр бөтәһенә лә бик оҡшаны. «Сулпан» фольклор ансамблендә йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың милли кейемдәрҙә сағыу сығыш яһаны.
Люция Карамова.
Тимур Хәлимов фотолары.
Читайте нас