2021 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса ун көнлөк сиктәрендә күптәр ташламалы хаҡҡа яратҡан баҫмаларына яҙылды. Ҡашҡа ауылы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе Эльвира Фазлетдинова менән тәрбиәсе ярҙамсыһы Эльза Әфтәхова ла ташламалы хаҡҡа “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып ҡуйҙы. Афариндар!