Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Афарин!
15 Апрель 2021, 17:25

Йөҙөү буйынса ярышта призлы урындар алдылар

Бөгөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре тренер Рәмил Насретдинов етәкселегендә Борай ауылында төньяҡ төбәк буйынса үткәрелгән йөҙөү буйынса ярышта ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Республикала иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына һәм Рәсәйҙәге Фән һәм технологиялар йылына арналған ярышта Борай, Балтас, Мишкә, Бөрө һәм Асҡын райондарының йәш спортсылары ҡатнашты. Беҙҙең райондан тренер Рәмил Ринат улы Насретдинов етәкселегендә 10 бала йөҙөү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте һәм призлы урындарға лайыҡ булды. 2011-2012 йылғылар араһында ирекле стилдә 50 метрға йөҙөп, Иллария Нурмөхәмәтова — 2-се, Арыслан Исхаҡов — 3-сө, 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында ирекле стилдә 100 метрға йөҙөп, Айдар Махатов — 2-се, Илнар Шәйхинуров 3-сө урындар яуланы.
Асҡын районы данын яҡлап бәйгелә ҡатнашҡан малайҙарға һәм ҡыҙҙарға, уларҙы әҙерләп алып барған һәләтле, тырыш тренерҙары Рәмил Ринат улына, балаларҙы еңеүгә ҡанатландырып, сәм, дәрт өҫтәгән “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Мәрүән улына афарин, тибеҙ һәм рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Илһам Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас