Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
14 Апреля 2021, 04:55

Телһөйәр ҡыҙ

Камай мәктәбе уҡыусыһы Милена Мостафина быйылғы уҡыу йылында башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданың республика этабы призеры булыуға иреште.

8-се класта уҡыусы Милена мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, бер саранан да ситтә ҡалмай. Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай, бигерәк тә башҡорт теле буйынса уңыштары менән һөйөндөрә. Телһөйәр ҡыҙ мәктәп, район олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, республика этабына саҡырыла.
— Олимпиаданың беренсе этабы миңә ауырлыҡ тыуҙырманы. Артабанғылары, әлбиттә, ауыр булды. Башҡорт теле буйынса белемде күрһәтә алыуыма шатмын. Район һәм республика этаптары дистанцион форматта уҙғарылды. Район этабын уңышлы үткәс, уҡытыусым Лиана Кәримова менән киләһе турға әҙерләнә башланыҡ. Республика этабында ҡатнашыу ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки һин мәктәбеңде генә түгел, район данын яҡлайһың. Миңә ҙур өмөт бағлаған уҡытыусымдың ышанысын аҡлау ине маҡсатым, — ти Милена.
Республика олимпиадалары — телебеҙҙе яратыусы, хөрмәт итеүсе уҡыусылар өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы. Быйыл районда башҡорт теле буйынса күп кенә конкурстар уҙғарылды. Милена класташтары менән уларҙың һәр береһендә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай, шулай башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта. “Тап ошо конкурстар мине олимпиадала ҡатнашырға дәртләндерҙе лә инде”, — ти үҙе лә Милена.
Олимпиаданың һуңғы этабында 700-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. «Иң-иңдәр» исемлегенә Мишкә районы уҡыусыһы Милена Мостафинаның да инеүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Мишкә районы.
Читайте нас