37 йыл буйына Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы етәкләгән «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле концерттарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм мәҙәни сараларҙың биҙәге булып тора.
Әйткәндәй, күптән түгел генә «Йәшлек» бейеүселәренә йәнә уңыш йылмайҙы. Республикабыҙ һәм районыбыҙ данын яҡташтарыбыҙ Светлана Зәйнуллина, Эльмира Әхмәтшина, Рәшиҙә Мөғәллимова, Розалиә Мирхәйҙәрова, Илмира Ғәлиева, Рөстәм Мирфаязов, Линар Мөғәллимов һәм Данир Хөрмәтуллин яҡланы. Улар Ҡазанда «Данс Авеню» IX халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурс-фестивалендә Гран-при яуланы. Жюри ағзалары «Йәшлек»тең сығышын юғары баһаланы һәм «Халык бейеүе» номинацияһында Гран-приға лайыҡ тип тапты. Трио (Л. Мөғәллимов, Д. Хөрмәтуллин, Р. Мирфаязов) I дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде, ә ансамблдең солисы Р. Мирфаязов ошолай уҡ I дәрәжә лауреат булды.
Ансамбль етәксеһе Рәфилә Мөнирова «Мир на ладони» халыҡ-ара мәҙәниәт һәм мәғарифҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фондының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллинға, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Булатовҡа һәм район Мәҙәниәт йорто директоры Мирза Хөсәйеновҡа ойоштороу комитетының Рәхмәт хаттары ебәрелде. “Йәшлек”тәрҙе һәм уның етәксеһе Рәфилә Мөғәллим ҡыҙын ҙур уңыштары һәм лайыҡлы бүләктәре менән ҡотлайбыҙ.