Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
13 Апрель 2021, 09:15

“Йәнтөйәк” гәзитен бүләк тә итте

Яңы Бәрҙәш ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғайфулла улы Ғиндуллин “Йәнтөйәк” гәзитенә үҙе лә яҙылды, бүләк тә итте.

2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк бара. “Йәнтөйәк”те үҙең өсөн дә, яҡындарығыҙға ла яҙҙырырға мөмкин.
Яңы Бәрҙәш ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғиндуллин яҙылыу кампанияһынан ситтә ҡалманы. Айҙар Ғайфулла улы “Караидел хәбәрләре”н, шулай уҡ район-ара “Йәнтөйәк”те йыл һайын алдыра. Был юлы ул “Йәнтөйәк” гәзитен үҙе өсөн дә яҙҙырҙы һәм атай-әсәһенә лә бүләк итте.
- Әсәйем башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ ауылдаштарҙың оло хөрмәтен яулаған мәғариф ветераны, - тип һөйләй ул. – Шуға ла милли баҫмаларҙы ихлас уҡый.
Люция Карамова.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас