Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡытыусылары Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина менән Зөлфиә Хәмитйән ҡыҙы Ғилфанова ун көнлөк сиктәрендә йылдағыса «Йәнтөйәк»кә һәм район гәзитенә яҙылды.
— “Йәнтөйәк” гәзитен йыл да яҙҙырабыҙ һәм ихлас уҡыйбыҙ, сайттағы, социаль селтәрҙәрҙәге материалдарҙы ла ҡарап барабыҙ. Бик оҡшай, башҡорт телендә рухлы, позитив материалдар күп.
Матбуғат кампанияһы башланыу менән гәзит-журналдар араһында иң беренсе үҙебеҙҙең районда сыҡҡан гәзиттәргә яҙылабыҙ. Башҡорт теле һәм тарих уҡытыусылары һәм ҡоролтай ағзаһы булараҡ та, күңел талабы буйынса ла һәр ваҡыт туған телебеҙҙәге баҫманы пропагандаларға тырышабыҙ. “Йәнтөйәк”тең туған телебеҙҙе һаҡлауҙа, уны үҫтереүҙә, ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт тарихы йылында күңелендә башҡорт рухы булған кешеләр, бигерәк тә уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар «Йәнтөйәк»кә беренселәрҙән булып яҙылыр, тип ышанабыҙ. Үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы белдерәйек, башҡорт матбуғатын һаҡлап ҡалыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек! - тип мөрәжәғәт итте милләттәштәребеҙгә туған тел һағында тороусы уҡытыусылар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ун көнлөк сиктәрендә “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә 402 һум 06 тингә яҙылырға мөмкин. Форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ, матбуғат декадаһы 15 апрелгә тиклем дауам итә.