Оҙон ғүмерле кешелер менән аралашҡан һайын уларҙың барлығына ҡыуанып бөтә алмайһың.
Фәниә Мөғли ҡыҙы 1930 йылдың 12 декабрендә Байҡыбаш ауылында ете бала тәрбиәләнгән крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға 11 йәш була. Атаһы фронтҡа китә. Әсәһе дүрт ҡыҙ бала менән яңғыҙы ҡала. Иң кесеһе ни бары дүрт айлыҡ була. Өлкән булғанлыҡтан Фәниә әсәһенә туғандарын тәрбиәләргә, өй эштәрендә булыша.
Ҡыҙ етенсе класты тамамлай, артабан уҡырға мөмкинселек булмай. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа колхозда келәт мөдире, иҫәпсе булып эшләй.
- Аслыҡ йылдарын күрҙек. Ондо карточка буйынса ғына бирҙелер, - тип иҫкә ала ветеран.
1954 йылда Яугилде ауылы егете Ғәднанға кейәүгә сыға. Улар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән.
1956 йылда Фәниә Мөғли ҡыҙын ул саҡта Байҡыбаш районының социаль тәьмин итеү бүлегенә эшкә саҡыралар. Райондарҙы үҙгәртеп ҡороу уңайынан бүлекте яңы район үҙәге – Ҡариҙел ауылына күсергәс, Әғзәмовтар ғаиләһе унда күсенә. Ханым бер ойошмала 30 йыл эшләй. Тәүҙә бухгалтер, унан һуң өлкән инспектор итеп күсерелә, пенсияға булек мөдире вазифаһынан сыға. Тыл эшсәне, хеҙмәт ветераны Фәниә Әғзәмова бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.