Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
12 Апреля 2021, 08:00

Ауырлыҡтарға бирешмәгән көслө рухлы ағинәй

Урмияҙ ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Ғәйниә Фәхрислам ҡыҙы Динисламованы 90 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләнеләр.

Урмияҙ ауылында ғүмер итеүсе хеҙмәт ветераны Ғәйниә Фәхрислам ҡыҙы Динисламоваға 10 апрелдә 90 йәш тулды.
Ғәйниә апайҙы бәләкәйҙән яҙмыш иркәләмәй: өс йәшендә генә етем ҡалып, артабан төрлө балалар йорттарында тәрбиәләнә. Һуғыш йылдары ауырлыҡтарын, аслыҡ-яланғаслыҡты ла кисерә ул. Яҙмыш береһе артынан икенсе һынауҙарҙы әҙерләп кенә торһа ла, Ғәйниә Фәхрислам ҡыҙы һынмаған, бирешмәгән. Бик түҙемле, уңған, маҡсатсан булып үҫә. Благовещен педагогия училищеһын тамамлап, Урмияҙ мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Артабан ошо уҡ мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Ошонда буласаҡ тормош иптәше Кашаф Динисламовты осратып, кейәүгә сыға. Уның менән татыу ғүмер итеп, бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн күпте күргән, күпте кисергән ағинәй сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, тормошҡа зарланмай, үҙ-үҙен ҡарай, донъя көтә, дини китаптар уҡырға ярата, һәр көнөн доға менән башлай. Яҡында ғына йәшәгән Гөлшат ҡыҙы һәр эшендә булыша, һәр көн хәлен белеп, ярҙам итеп тора.
Наилә Имаева.
Читайте нас